+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 11:19

“Яңы моң” проекты финалға етте

“Яңы моң” халыҡ –ара йыр проектында ҡатнашыусылар үткән шәмбе финалға сыҡты Барлығы 800 заявканан ни бары 8 коллектив һәм башҡарыусы ҡалды.

“Яңы моң” халыҡ –ара йыр проектында ҡатнашыусылар үткән шәмбе финалға сыҡты. Барлығы 800 заявканан ни бары 8 коллектив һәм башҡарыусы ҡалды.
“Яңы моң” проектын баштан уҡ ҡарап барғандар, уның ҡатнашыусыларын да, даими баһалама ағзаларын да яҡшы белә. Проект - йәштәр кумиры Радиҡ Юлъяҡшин башланғысы менән алып барыла. Уның жюри сафында беренсе каналда “Йондоҙҙар фабрика”һын ойоштороусыһы Лина Арифуллина, йәш йырсы Гөлназ Асаева ла бар. Ә бына жюриның башҡа ағзалары аҙна һайын алмашынып тора. Унда Валерий Меладзе, Марат Бәшәров, Фидан Ғафаров, Салауат Фәтхетдинов, Азат Йыһаншин, Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар булды.
Йыр бәйгеһенең шарты буйынса иң аҙ тауыш йыйған конкурсанттар проекттан төшөп ҡала. Был шәмбе Ҡырғыҙыстандан килгән йәш башҡарыусы Оскар, Өфө- Магнитогорск ҡыҙҙарынан төҙөлгән “Дәрт” триоһының еңеүгә ышаныстары самалы ғына. Уларҙың береһен телевизор ҡараусыларҙың тауышы ғына ҡотҡара аласаҡ.
Ә бына финишҡа еткәндәр араһында Ҡаҙағстандан Акимжан Маженов, Әрмәнстандан - Мэри Аветисян, Өфөнән - Искәндәр Сөләймәнов, шулай уҡ яҡташыбыҙ Евгения Сафина, Өфө- Ҡаҙан дуэты (Амурус&Василий),Ҡаҙан ҡалаһынан Гөлназ Ғәрифйәнова ышаныслы бара.
Уларҙың һәр береһенә баһалама ағзалары юғары баһа бирҙе. “Яңы моң” проектының киләһе сығарылышы шәмбе көнө БСТ каналында үтәсәк. Программаны 19.30 минутта ҡарарға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: