+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 09:25

Водитель үҙе йөрөткән автобустан ҡолап ҡалған

Был хәл автобус шәп китеп барған ваҡытта була.

Был хәл автобус шәп китеп барған ваҡытта була.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында автобус йөрөткән водитель китеп барған ыңғай машинанан ҡолап ҡалған. Был ваҡиға видеоға эләкән. Унан күренеүенсә, шәп китеп барған автобустың ишеге асыла һәм водитель ергә ҡолай, ә “Газель” юл һыҙаты кәртәһенә бәрелә.
Фараз ителеүенсә, хәрәкәт ваҡытында водитель үҙен насар тоя. Ваҡиға урынына килгән табиптар уға тиҙ медицина ярҙамы күрһәтә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: