-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 12:55

Прививка яһатыусыларға значок биреләсәк

Бөгөндән башлап Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән кешеләргә айырым билдә – значок биреләсәк.

Бөгөндән башлап Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән кешеләргә айырым билдә – значок биреләсәк. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте. Проектты башлап ебәрергә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе тәҡдим иткән.
Башҡортостанға йәмғеһе 296 меңгә яҡын доза вакцина килгән. Уның тәүге компонентын 240 меңдән ашыу кеше алған, 140 меңдән артығы икенсе компонентын да ҡаҙатҡан. Уҙған ял көндәрендә, 24-25 апрелдә, 15 мең кеше прививка яһатҡан.
Министр шулай уҡ байрам осоронда вакцинациялау буйынса барлыҡ пункттар ҙа ял көндәрһеҙ эшләйәсәген белдерҙе.
Әле республикала ковидҡа ҡаршы прививканы 155 пунктта алырға мөмкин. Шуларҙың бишәүһе “Сәләмәтлек поезы” составында эшләй.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в