-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 15:00

Пенсия хаҡында һорауығыҙ бармы?

27 апрелдә 10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә пенсия һәм түләүҙәр иҫәпләү, өлкән йәштәгеләргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итеү ойошторола.

27 апрелдә 10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә пенсия һәм түләүҙәр иҫәпләү, өлкән йәштәгеләргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Унда Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре, шулай уҡ Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзалары ҡатнаша.
Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында тура линия телефоны эшләйәсәк: (347) 226-78-25. Шулай уҡ WhatsApp буйынса хәбәрҙәр ебәрергә була: +7 903 353 11 03. Ҡабул итеү Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса үткәрелә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: