-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 16:03

Ковид хаҡында һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 97 ауырыуҙа раҫланған. Пандемия башынан алып СOVID-19 вирусын йоҡтороусылар йәмғеһе 34 983 тәшкил итә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 97 ауырыуҙа раҫланған. Пандемия башынан алып СOVID-19 вирусын йоҡтороусылар йәмғеһе 34 983 тәшкил итә. Шуларҙың 32 500-ө һауыҡҡан, шул иҫәптән 171-е үткән тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Бөгөнгө көндә стационарҙа мәкерле вирусҡа ҡаршы 157 сырхау көрәшә, 11-енең хәле ауыр, 1 918 кеше өйөндә дауалана.
Рәсәй буйынса хәлдәргә килгәндә, әле 310 меңдән артыҡ ауырыу ковидтан дауа ала, шуларҙың 110 меңгә яҡыны стационарҙа ята. Һуңғы тәүлектә илдә коронавирус йоҡтороуҙың 8 803 осрағы теркәлгән. Ковид менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны 4 771 372-гә еткән.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: