-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 09:55

Хаҡтар тағы артҡан

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә тағы хаҡтар артҡан.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә тағы хаҡтар артҡан.
Башстаттың аҙналыҡ күҙәтеүе иң күбе ҡыярҙың хаҡы артыуын күрһәткән - 11,5 процентҡа (116 һумға тиклем). Вермишель 4,3 процентҡа ҡыйбатланған. Артабан картуф (3,4%), йомортҡа (3,3%) килә. Хәҙер картуфтың килоһы – 39, ә йомортҡаның тиҫтәһе 82 һум тора.
Шулай уҡ маргарин, йәш кәбеҫтә, кишер, һөт, ҡара бойҙай, туңдырылған балыҡ, тауыҡ, бешерелгән колбаса, тоҙ, йәшелсә-емеш, кәнфит, шыйыҡ май һәм башҡа ризыҡтарҙың хаҡы артҡан. Уртаса бер аҙнала кәрзин тултырмаһы 0,1 – 3,1 процентҡа ҡыйбатланған.
Бер үк ваҡытта дөгө, он, творог, һыуған, сәй һәм башҡа ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәре арзанайған. Уларға хаҡ 0,2 – 1,9 процентҡа төшкән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: