Мәскәү һәм Киров өлкәләрендә урынлашҡан хәрби-космос һәм стратегик тәғәйенешле ракета частарына 60 егет оҙатылды. Был ваҡиғаға бәйле тантанала республика Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, ҡала хакимиәте, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.
Армияға саҡырылғандар коронавирус инфекцияһына тест биргән. Улар маска, бактерияға ҡаршы саралар, кейем һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән.