+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2021, 11:52

Беҙҙә сир кәмей, әммә донъялағы хәл хәүеф уята

“Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, коронавирус сире кәмеүгә табан бара, әммә донъялағы хәл бик хәүефле", – тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Козак.

“Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло. Сир кәмеүгә табан бара, әммә донъялағы хәл бик хәүефле. Бер нисә илдә ауырыу ныҡ таралған, – тине коронавирус хаҡындағы брифингта Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Козак. – Беҙ шундай сиктә торабыҙ – сирҙең арта башлауына юл ҡуймаҫҡа кәрәк, бигерәк тә уны ситтән алып ҡайтыу арҡаһында үҫеүен булдырмау мөһим – ундай осраҡтар проценты юғары”.
Анна Козак “май каникулдары” тап эпидемия таралыуына кәртә ҡуйыу өсөн бирелеүен билдәләне. Ошо ун көндә ни рәүешле ял итеүебеҙгә, күнегелгән һаҡланыу сараларын, гигиена талаптарын нисек күҙәтеүебеҙгә коронавирус менән сирләүҙең артыу-артмауы бәйле булыуын әйтеп үтте.
Ул битлек кейеү, ҡулдарҙы эшкәртеп йөрөү, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙа социаль дистанцияны күҙәтеү, шулай уҡ вакцина яһатыу мөһимлеген иҫкә төшөрҙө.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: