+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2021, 14:05

Театр коллективтарын бүләкләү тантанаһы үтте

Удмурт дәүләт Милли театрында “Волга буйы театрҙары” фестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Бәләбәйҙән “Браво” йәштәр театр- студияһының “Әлинур” спектакле өсөнсө урын яуланы.

Удмурт дәүләт Милли театрында “Волга буйы театрҙары” фестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Бәләбәйҙән “Браво” йәштәр театр- студияһының “Алинур” спектакле өсөнсө урын яуланы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бәләйбәй театры “Иң яҡшы йәштәр спектакле” номинацияһында көс һынашты. Шулай уҡ афиша һәм плакаттар конкурсында 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәш арауығында республиканан Яна Яблокова ла өсөнсө урынға сыҡты.
Барлығы йәштәр һәм балалар коллективтары араһында алты номинация билдәләнде. Унда Волга буйы федераль округынан 416 театр ҡатнашҡан. Был тамашаларға 5 мең йәш актер, 157 йәштәр, 256 мәктәп коллективтары йәлеп ителгән. Конкурстың әһәмиәте бик ҙур. Еңеүсе коллективтарҙың үҙҙәрен танытыуҙан тыш, артабан үҫергә, дәүләт ярҙамына, төрлө гранттарға дәғүә итеү мөмкинлеге бар.
Театр коллективтарын бүләкләү тантанаһында Волга буйы федераль округының тулы хоҡоҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашты. Ул сығышында, Удмурт республикаһы фестивалде уҙғарыу урынына әйләнәсәк тип белдерҙе.
Еңеүселәрҙең театр тамашаларын #театральноеприволжье.рф сайтында “финалистар” бүлегендә танышырға мөмкин. http://xn--80aagjcbgozdsmdljgyc7qka.xn--p1ai/finalists_2020
Тауыш биреү барышының һылтанмаһы:
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: