+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2021, 15:38

Халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ

Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ. Ул онлайн форматта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ойошторолдо. Әйткәндәй, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн Гөлнара Хәлфетдинованың “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылған “Башҡортомдоң тамаҡ ҡурайы” мәҡәләһенән өҙөк алынған.

Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ. Ул онлайн форматта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ойошторолдо.
Әйткәндәй, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн Гөлнара Хәлфетдинованың “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылған “Башҡортомдоң тамаҡ ҡурайы” мәҡәләһенән өҙөк алынған.
БР Милли музейында ла диктант яҙыу ойошторолдо. Бында Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан тура трансляция алып барылды.
– Ошондай саралар үткәреү телебеҙҙе таратыу, танытыу йәһәтенән күберәк һөҙөмтә бирә. Милли кейемдәрен кейеп, халыҡ күтәренке рухта диктант яҙырға төрлө аудиторияларға дәррәү килә. Республикабыҙҙан ситтә йәшәгәндәр менән күп аралашам. Бөгөн иртә менән бәйләнешкә инһәм, улар, беҙ күптән әҙер, тип яуап бирәләр. Халыҡ-ара диктант яҙыу – телебеҙҙе күтәреү буйынса төрлө яҡтан уйланылған алым, тигән фекерҙәмен. Был сара хуплауға лайыҡ, – ти Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директорының ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева.
Акцияны республиканың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә ойоштора.
Ниндәйҙер сәбәптән диктантты ваҡытында яҙа алмағанһығыҙ икән, 26 апрелдең 23.59 сәғәтенә тиклем http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) видеояҙманы ҡарап яҙыу мөмкинлеге бар. Эштәр рәсми сайттағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: