+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 10:15

“Яңы моң” проектына Рәсәй актеры Марат Бәшәров килде

БСТ каналында “Яңы моң” проекты дауам итә. Әле уның баһалама ағзалары сафына билдәле Рәсәй актеры Марат Бәшәров та килеп ҡушылды. Ошоға тиклем проектта Валерий Меладзе, Салауат Фәтхетдинов, Фидан Ғафаров, Азат Йыһаншин, Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты. Уҙған аҙнала конкурсанттар йырҙарҙы башҡорт телендә башҡарҙы.

Билдәле булыуынса, йәштәр кумиры Радик Юлъяҡшин башланғысы менән үткәрелгән был проект ниндәйҙер кимәлдә беренсе каналда барған “Тауыш” программаһына ауаздаш.
Төрлө төбәктәрҙән йыйылған йәштәр вокал оҫталығында көс һынаша. Улар араһында Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙыстан, Әрмәнстан вәкилдәре, Мәскәү ҡалаһынан конкурсанттар бар. Шуныһы үҙенсәлекле, үткән проектта бәйгеселәр Салауат Фәтхетдинов репертуарындағы йырҙарҙы башҡорт телендә башҡарҙы. Йәш йырсыларға йырҙы отоп алыуҙан тыш, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен дә ҡыҫҡа ваҡыттарҙа өйрәнергә тура килде.
Йыр бәйгеһенең шарты буйынса иң күп тауыш йыйған башҡарыусы конкурста ҡатнашыуын дауам итә. Ләкин аҙна һайын уларҙың һаны кәмеп бара.
“Яңы моң” проектын һәр аҙна, шәмбе көнө Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы аша ҡарарға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: