+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 11:00

Торлаҡ күберәк төҙөлә

2021 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда торлаҡ төҙөү күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 12 процентҡа артҡан.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2021 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда торлаҡ төҙөү күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 12 процентҡа артҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ғинуарҙан алып мартҡа тиклем 9 588 фатир тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 694,6 мең квадрат метр тәшкил итә.
Ғинуар-февраль айҙары һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан торлаҡ йорттарҙы тапшырыу буйынса РФ субъекттары араһында – 7-се, Волга яны округтары төбәктәре араһында 2-се урында килә.
Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: