Кисә Рәсәй һәм Белоруссия Президенттары Владимир Путин менән Александр Лукашенко тағы осрашты, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” агентлығы.
Һөйләшеү дүрт сәғәт барған. Кремлдең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдереүенсә, фекер алышыу иҡтисад, шул иҫәптән тығыҙ сәнәғәт кооперацияһы һәм энергетика, юғары технологиялар һәм медицина өлкәләре мәсьәләләренә ҡағылған.
Шулай уҡ үткән осорҙа ике дәүләт хөкүмәте кимәлендә профилле ведомстволар атҡарған эштәргә йомғаҡ яһалған.
Һөйләшеүҙәр барышында, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аныҡлау өсөн, әңгәмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин һәм хөкүмәттең башҡа ағзалары ҡушылған.