+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 16:34

Рәсәйҙә май каникулдары индерелә

"Май айында бер-бер артлы ике ҙур байрам һәм оҙайлы ял көндәре тора. Йәнәһе, улар араһындағы дүрт көндө ялға сығарып, ун көнлөк каникул эшләмәкселәр икән, тигән хәбәр йөрөй. Был ысынмы һуң?" - тип яҙғайныҡ 13 апрелдә. Ысын икән.

Был йәһәттән "Башинформ"да сыҡҡан мәғлүмәтте биреү урынлы булыр.
Рәсәй президенты Владимир Путин Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попованың май байрамдары араһында эшләмәҫкә тигән тәҡдимен хупланы.
«Әгәр һеҙ быны кәрәк тип иҫәпләһәгеҙ, яҡшы, шулай итербеҙ. Бөгөн тейешле указға ҡул ҡуйырбыҙ», — тип Путиндың һүҙҙәрен килтерҙе ТАСС.
Шулай итеп, 1-10 май ял көндәре тип иғлан ителә. 11 май — тәүге эш көнө.
Бынан алда киң мәғлүмәт сараларында Рәсәйҙә йәнәһе лә рәсми май байрамдары араһындағы бер нисә көндө ял тип иғлан итергә йыйыныуҙары тураһында мәғлүмәт баҫылғайны.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: