+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 10:32

Павловкаға елдереп кенә барып етербеҙ

Иглин районында Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка трассаһы участкаһында ремонт башланды. Дүрт саҡрым оҙонлоҡтағы юл өлөшөндә эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иглин районында Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка трассаһы участкаһында ремонт башланды. Дүрт саҡрым оҙонлоҡтағы юл өлөшөндә эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Төҙөкләндереү эштәрен сентябрҙә тамамларға йыйыналар. Был маҡсатҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип билдәләй БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Милли проект буйынса ремонт эштәре шулай уҡ Благовещен, Шишмә райондары юлдарында ла башланған.
Башҡортостан буйынса “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 300 саҡрымдан ашыу тәшкил иткән 237 төп объектта эштәр башҡарыу ҡаралған.
Фото – БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: