+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 09:25

Хәүефһеҙлек өсөн – юл билдәһе

Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа 260 мең квадрат метр юл билдәләре яңыртыла. Иң элек Өфөгә ингән һәм уны урап үткән юлдарҙағы һыҙаттар тергеҙеләсәк.

Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа 260 мең квадрат метр юл билдәләре яңыртыла. Иң элек Өфөгә ингән һәм уны урап үткән юлдарҙағы һыҙаттар тергеҙеләсәк.
“Приуралье” юл идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был эштәрҙе транспорт ағымының йышлығынан сығып атҡарыу ҡарала. Эш барышында юл тулыһынса ябылмай. Билдәләр һалыу өсөн сифатлы материалдар файҙаланыла. Уларҙың составына шулай уҡ утты сағылдырыусы элементтар инә, тимәк, һыҙаттар ҡараңғы ваҡытта ялтырап күренеп ятасаҡ.
Эштәрҙе октябрь уртаһына тиклем тамамлау күҙ уңында тотола.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: