+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 12:17

Эпидемиология именлеге бик мөһим

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында “Медицина эшмәкәрлегенең эпидемиологик хәүефһеҙлеге” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бара.

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында “Медицина эшмәкәрлегенең эпидемиологик хәүефһеҙлеге” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бара. Сараны ойоштороусылар – Рәсәй һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле инфекцияларҙы контролдә тотоусы белгестәрҙең милли ассоциацияһы (НАСКИ).
Ике көн дауамында – кисә һәм бөгөн эпидемиологтар, дауалау йүнәлешендәге табиптар, бактериологтар, клиник микробиологтар, лаборатор диагностикалау табиптары, дезинфектологтар, паразитологтар, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар һәм башҡа белгестәр эпидемиология, гигиена һәм йәмәғәт хәүефһеҙлегенең иң мөһим мәсьәләләрен тикшерә.
“Бөгөн, коронавирус инфекцияһы таралған мәлдә, медицина ойошмаларының эпидемиологик хәүефһеҙлеге айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә, – тине НАСКИ рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, МДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире Николай Брико. – Ауырыуҙар күп булғанда инфекция индереү ҡурҡынысы ҙур, шуға күрә сир пациенттар, медперсонал араһында таралмаһын өсөн тейешле саралар күрергә кәрәк. Быйылғы йыл Рәсәй өсөн яңы технологиялар йылы булды. Уңыштар ҙур: тест-системалар булдырыу, коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле өс вакцина, был сирҙе профилактикалау һәм дауалау өсөн препараттар сығарыу хаҡында билдәләп китәм. Беҙҙең ғалимдар эпидемиология хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе”.
Ғалим бөтәһенә лә COVID-19-ҙан прививка эшләтергә кәңәш итә. “Тап вакцинация һөҙөмтәһендә үткән быуатта ғүмер оҙонлоғо 25 йылға артты. COVID-19 вирусының эпидемик сылбырын да тик вакцинация өҙә ала”, –тине Николай Брико.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: