Йырҙары башҡорт һәм татар халҡының алтын фондына ингән күренекле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөфтәдин Ғиләжев вафат булды. Ул ошо көнгә ҡәҙәр тыуған яғы- Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән.
Композиторҙың “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем”, “Минең ҡәҙерлеләрем” “Һағындыра тыуған яҡ” тигән йырҙарын кем генә белмәне, кем генә йырламаны икән.
Мөфтәдин Ғиләжев барлығы 300-ләп йыр авторы. Уның Риф Мифтахов, Роберт Миңнулллин шиғырҙарына яҙылған моңдары бар. Шулай уҡ ҡайһы бер билдәле йырҙарҙың шиғырҙарын автор үҙе яҙған.
Композитор 1938 йылда Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында тыуып үҫкән. Төрлө йылдарҙа Саҡмағош, Илеш, Кушнаренко мәҙәниәт йорттарында баянсы аккомпаниатор булып эшләй. Һуңынан Дүртөйлө ҡалаһының техника йортоноң художество етәксеһе була. Кишиневтағы Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты.
Ғиләжевтарҙың ғаилә ансамбленең сығышы һәр байрамдың күрке ине.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы композиторҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡтар, күңел тыныслығы теләй.