+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 10:10

Ташҡындың икенсе сираты көтөлә

Был хаҡта бөгөн “Юлдаш” телеканалында үткән брифингта хәбәр ителде.

Был хаҡта бөгөн “Юлдаш” телеканалында үткән брифингта хәбәр ителде.
Ташҡындың икенсе сираты 28 апрель менән 1 май араһында көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, Ағиҙел йылғаһы кимәле Павлов, Нөғөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары аша көйләнә. Ағыҙған һыуҙың күләмен тейешенсә тотоу ташҡынды ауыҙлыҡларға булышлыҡ итә, тине ул.
Бөгөнгө көндә Ағиҙелдең кимәле 630 см тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә 11 сантиметрға түбәнәйгән. Ә Дим һәм Ҡараиҙел, киреһенсә, күтәрелә. Һыу был йылғаларҙа 6 сантиметрға артҡан. Ҡариҙелдең кимәле – 687 см, Димдеке – 455.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: