“Йылғаларҙа боҙ китеүенә, ташҡын һыуының быуылыуына бәйле килеп тыуған ҡатмарлыҡтар артта ҡалды. Хәҙер беҙҙең бурыс – юлдарҙы, электр линияларын тергеҙеү, биләмәләрҙе таҙартыу”, - тигәйне Радий Хәбиров дүшәмбе көнө үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә.
21 апрелгә ҡарата республикала 16 районда 28 юл һыҙаты һыу аҫтында ҡалды. Әлеге мәлгә уларҙың 22-ндә юл хәрәкәте тергеҙелгән.
Иглин ауылын көньяҡтан урап үткән юл 12 апрелдә ябылғайны. 16 апрелдә ул кире асылды. Зыян күргән был юлда "Башкиравтодор"ҙың урындағы филиалы тарафынан ҙур күләмле эштәр башҡарылған, шул иҫәптән тейешенсә нығытылған юл һыҙатына 50 квадрат метр асфальт түшәлгән.