+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 15:22

Нисек итеп ауыл кешеһенә бөтә табиптарҙа бушлай тикшерелергә?

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды. Көҙгә тиклем Өфө табиптары республика райондары буйлап йөрөп, медицина ярҙамына мохтаж кешеләрҙең һаулығын ҡараясаҡ.

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды. Көҙгә тиклем Өфө табиптары республика райондары буйлап йөрөп, медицина ярҙамына мохтаж кешеләрҙең һаулығын ҡараясаҡ. Беренсе сиратта йыраҡ ауылдарҙа йәшәүселәр, район дауаханаһына үҙ аллы бара алмаған инвалидтар һәм пенсионерҙар сәләмәтлеге тикшереләсәк.
Бөтә теләүселәр ҙә бушлай
✔коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтә ала
✔заманса медицина ҡорамалында флюорография, кардиограмма, маммография яһатырға һәм башҡа тикшереүҙәр үтергә мөмкин
✔шулай уҡ хирургҡа, неврологҡа, офтальмологҡа (шул иҫәптән балалар офтальмологына), акушер-гинекологҡа, онкологҡа, кардиологҡа, урологҡа, стоматологҡа, эндокринологҡа, педиатрға күренеп, тәүге медицина ярҙамы алырға була.
Төрлө маршруттарҙа табиптар исемлеге айырыла.
Йыш ҡына тап ошондай диспансеризация ваҡытында кеше үҙе лә белмәгән сирҙәр асыҡлана. Сир көсәйгәнсе, билдәләре күренгәнсе асыҡлана икән, тимәк, уны дауалау ҙа еңелерәк буласаҡ.
Табипҡа алдан яҙылырға түгел – халыҡ “йәнле сират” буйынса ҡабул ителә. Ауылда теркәлеү ҙә кәрәкмәй – медицина тикшереүен теләгән һәр кем үтә ала. Йәғни “сәләмәтлек поезы” күрше ауылға килгән осраҡта, ҡыйыу рәүештә табиптарға күренергә бара алаһығыҙ, һеҙҙе ҡабул итәсәктәр. Үҙегеҙ менән паспорт һәм медицина страховкалауы полисын алырға онотмағыҙ.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: