+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 13:45

Ни өсөн ҡыҙҙар боксты һайлай?

Ҡыҙҙар ҙа бокс уйнай. Ир –егеттәрҙең яратҡан спорт төрө гүзәл заттар араһында ла популяр була бара. Башҡортостан спортсыһы Азалия Әминева йәштәр араһында бокс буйынса донъя беренселегенең финалына сыҡты.

Рәсәй йыйылма командаһы сафына ингән Азалия Әминева Октябрский ҡалаһынан. Донъя беренселеге финалына сыҡҡас Азалия Польшаның Кельц ҡалаһында Үзбәкстан спортсыһы Михинабону Абдуллаева менән осрашасаҡ.
Ярым финал алышында яҡташыбыҙ поляк ҡыҙы Виктория Терезчакты еңде.
Тимәк Азалияның финал уйындарында еңеүгә бөтә ышанысы бар.
Ни өсөн ҡыҙҙар ҙа бокс кеүек спорт төрөн һайлай?
Белгестәр әйтеүенсә, ул хәҙер абруйлы булған фитнесты алыштыра ала. Бокс та башҡа спорт төрҙәре кеүек кәүҙәне формала тотоуҙан тыш, ҡыҙҙарға көрәш алымдарын үҙләштерергә, кәрәк булһа үҙеңде яҡларлыҡ көс бирә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: