+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 12:55

"Мөрәжәғәтнамәлә – ғаилә тураһында хәстәрлек"

Башҡортостан Республикаһынан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе йәмғиәтте туплаусы һәм үҫешкә йүнәлтеүсе Мөрәжәғәтнамә булды.

Башҡортостан Республикаһынан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе йәмғиәтте туплаусы һәм үҫешкә йүнәлтеүсе Мөрәжәғәтнамә булды.
Лилиә Ғүмәрова Мөрәжәғәтнамәнең конкрет ғаилә тураһында хәстәрлек менән һуғарылыуын, унда аныҡ күрһәтмәләр билдәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
”Беренсенән, мәғариф учреждениеларында урын етмәү проблемаһы хәл ителәсәк, төбәктәрҙә 1 300 яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк, уларға 16 мең мәктәп автобусы биреләсәк, тип асыҡ белдерелде, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Бер йыл элек Президент үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә мәктәптәрҙә уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн түләнәсәге хаҡында иғлан иткәйне. Икенсенән, урта һөнәри белем биреү учреждениелары педагогтарына ла, мәктәп уҡытыусыларына кеүек үк, класс етәкселеге өсөн түләнһен өсөн күрһәтмә бирелде.
Миллионлаған ғаиләләр өсөн яңы уҡыу йылы алдынан балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә аҡса алыу бик мөһим. Балалары мәктәпкә барыусы бөтә ғаиләләргә (шул иҫәптән беренсе класс уҡыусылары өсөн дә) бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум күләмендәге түләүҙәр – һиҙелерлек ярҙам сараһы. Август уртаһына был түләүҙәр бирелеп бөтәсәк. Тимәк, 1 сентябргә мәктәп йәшендәге балаһы булған һәр ғаилә был ярҙамды үҙендә тоясаҡ”.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: