Өфө магазиндарының береһендә ҙур күләмдә сертификаты булмаған кейем-һалым табылған.
Магазинда билдәле фирмалар логотиптары ҡуйылған аяҡ һәм баш кейемдәре һатылған. Быны асыҡлаған йәмәғәтселәр полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған. Һөҙөмтәлә мең ярымдан ашыу берәмек төрлө кейемдең контафакт булыуы асыҡланған.
“Хәүефһеҙ республика” проекты 2020 йылдан тормошҡа ғәмәлләштерелә. Бөгөнгө көнгә бер меңгә яҡын мониторинг үткәрелгән. Проект сиктәрендә конрафакт, суррогат һәм башҡа легаль булмаған продукция һатыу менән көрәш алып барыла.