+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 12:52

Еңеүсе Брестҡа бара

“Хәтер баҡсаһы” акцияһын ойоштороусылар ағас ултыртыу ғына түгел, һүрәткә төшөрөргә лә тәҡдим итә. Еңеүсе Беларусь Республикаһының Брест ҡалаһына бөтә ғаиләһенә туристик путевка менән бүләкләнә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Хәтер баҡсаһы” акцияһын ойоштороусылар ағас ултыртыу ғына түгел, һүрәткә төшөрөргә лә тәҡдим итә. Еңеүсе Беларусь Республикаһының Брест ҡалаһына бөтә ғаиләһенә туристик путевка менән бүләкләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Хәтер баҡсаһы” акцияһы “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Акцияның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вафат булған 27 миллион кеше иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу. Йәш ирекмәндәр ата-әсәләре менән ғаиләһе геройы батырлығын мәңгеләштерә, шулай уҡ “Хәтер баҡсаһы балалар күҙлегенән” махсус конкурсында ҡатнаша ала.
Бер йыл элек, пандемия осоронда ҡатнашыусылар, балалары менән ағастарҙы һүрәткә төшөрөп, акцияны социаль селтәрҙәрҙә дауам итергә булды. Һөҙөмтәлә #СадПамятиДома билдәһе менән тамғаланған 40 мең рәсем барлыҡҡа килде. Иң яҡшы эштәр өсөн иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулған йылды акцияның генераль партнеры “Русская медная компания” (АО “РМК”) конкурсҡа ярҙам итә. Хәҙер ҡатнашыусылар төп приз өсөн ярыша. Еңеүсе Беларусь Республикаһының Брест ҡалаһына бөтә ғаиләһенә туристик путевка менән бүләкләнә.
Брест ҡәлғәһе янында халыҡ-ара сара 22 июндә үтә. Ул 2021 йылда “Хәтер баҡсаһы” акцияһының финалы була.
Конкурста ҡатнашыу шарттары ябай. Һүрәтте садпамяти2021.рф картаһында урынлаштырырға, уның фотоһын, ғаилә тарихын #СадПамятиДома хэштегы менән социаль селтәргә ҡуйырға кәрәк. Эштәр 1 июнгә тиклем ҡабул ителә. Һәр ҡатнашыусы онлайн-сертификат ала.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһын “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Еңеү волонтерҙары” һәм Еңеү полководецтары хәтере фонды РФ Тәбиғәт ресурстары министрлығы һәм Урман хужалығы федераль агентлығы ярҙамында ойоштора. Акцияға шулай уҡ Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы ярҙам итә, генераль партнеры булып “Русская медная компания” тора.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: