"Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы" Бөтә Рәсәй ижтимаға ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлеге үҙенең Пленумын үткәрҙе.
Район-ҡалаларҙан лидер ҡатындар саҡырылған йыйынды Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова асты. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Надежда Крылова илебеҙ Президенты В. В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе һәм урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының алдына ҡуйылған бурыстар хаҡында һөйләне. "Ил башлығы рухиәтте үҫтереүҙа, ғаиләне һаҡлауҙа хәстәрлек күрһәтте. Мәғлүмәт һәр кемгә барып етергә тейеш. Вакцинациялауҙың мөһимлеген дә аңлатыу һеҙҙең бурыс", - тине ул.
БР Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнова пандемия һабаҡтары хаҡында һөйләне. "Беҙ был һынауға әҙер түгел инек. Юғалтыуҙар күп булды. Йоғошло сирҙәр бүлектәре ябылғайны. Балаларҙың аппендициттан, перетониттан үлеү осраҡтары йышайҙы. Бындай хәл булмаһын өсөн урынарҙа Йәмғиәт күҙәтеүе эшләргә тейеш", - тине ул сығышында. Дәүләт бүлгән аҡса изге маҡсаттарға тотонолһон өсөн әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Президиум ағзаһы, билдәле психолог Нина Филиппова "Интерактив: ҡатын-ҡыҙҙар советтарының үҙ ойошторолошо, эштәр һәм саралар" тигән сығышын йыйындағылар йылы ҡабул итте, һорауҙар бирҙе.
"Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе исеменән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров һүҙ әйтте. "Республикалағы бөтә мөһим тармаҡтарҙы, әйтәйек, финанс, мөлкәт өлкәләрен ҡатын-ҡыҙ етәкләне. Һәм улар вазифаларын бик яуаплы тарта. Сәйәсәттә ла гүзәл зат һынатмаһын", - тине ул.
Ҡыйғы районы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Людмила Николаевна Лоҡманова үҙ районында барған ыңғай үҙгәрештәр - булдырылған эш урындары хаҡында һөйләне. Ул "Ватан ҡыҙҙары" миҙалы менән бүләкләнде. Гүзәл Лоҡманова Учалы ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ул районда эшләп килгән төркөмдәрҙең эшенә байҡау яһаны.
Француз телен өйрәтә башлауҙары, мохтаждарға әйберҙәр йыйыуҙары хаҡында мәғлүмәт ҡыҙыҡлы булды. "Перезагрузка" проекты тураһында ишеткәс, алҡышлап ҡул саптылар. "Пандемияға тиклем алдан әҙерләнеп килеп, бер ҡатынды матур итеп кейендереп, макияж, прическалар яһап, аҙаҡ ул ауылдаштары алдына үҙгәргән килеш сығып баҫа ине. Кешеләр йыйырға рөхсәт ителмәгәс, фотосессия менән сикләндек. Шулай итеп, беҙ 450 ҡатынды бәхетле иттек!"- тине ул.