+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2021, 20:45

132 меңгә яҡын яҡташыбыҙ прививка яһатҡан

Башҡортостанда 22 апрелгә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы прививканы йәмғеһе 131 928 кеше яһатҡан, тип хәбәр итә республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Башҡортостанда 22 апрелгә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы прививканы йәмғеһе 131 928 кеше яһатҡан, тип хәбәр итә республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Аҙаҡҡы тәүлектә ковид инфекцияһы 97 кешелә асыҡланған. Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 34 592 тәшкил итә. Зәһәр сирҙән 31 695 кеше һауығыуға өлгәшкән, шуларҙың 204-е – аҙаҡҡы тәүлектә.
Афәттән өҙөлгән ғүмерҙәр көн һайын арта. Үткән тәүлектә өс яҡташыбыҙ донъя ҡуйған, ҡорбандар һаны 428 булып киткән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 188 сырхау коронавирустан дауалана. 32-һе ауыр хәлдә. Дауаны өйҙәрендә ҡабул итеүселәр – 2 281.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: