+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 15:13

Юлды сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!

Өфөлә ике ҡыҙ баланы автомобиль төкөткән. Апалы- һеңлеле, мәктәп уҡыусылары юлды ярамаған ерҙә сығып барған.

Өфөлә ике ҡыҙ баланы автомобиль төкөткән. Апалы- һеңлеле, мәктәп уҡыусылары юлды ярамаған ерҙә сығып барған.
Сит ил маркалы автомобиль менән идара иткән 65 йәшлек ханым, ҡапыл юлға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы төкөткән. Балалар төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был хаҡта республика юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Динар Ғилметдинов белдергән.
Уның билдәләүенсә, аҙна башынан уҡ 8 юл- транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 10 кеше ҡазаланған. Зыян күреүселәр араһында ике бала ла бар.
Тәүлек эсендә юлдарҙа 2 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған. 29 водитель руль артына эскән килеш ултырған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: