+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 11:45

Юлдарына гөлдәр үҫкән

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратованың юбилей кисәһе үтте. Учалы районында тыуып үҫкән гүзәл ҡатын- ҡыҙ төрлө йылдарҙа республика сәнғәт учреждениеларын етәкләне.

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратованың юбилей кисәһе үтте. Учалы районында тыуып үҫкән гүзәл ҡатын- ҡыҙ төрлө йылдарҙа республика сәнғәт учреждениеларын етәкләне.
Гөлдәр Моратованы беҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп белә инек. Мәҙәниәт өлкәһенән хаҡлы ялға сыҡҡас та ул сафта ҡалды. 15 йыл дауамында Милли әҙәбиәт музейын етәкләй, төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.
-Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, бөтә күңелемде ижадҡа һәм кешеләргә бирҙем. Һәр ваҡыт йәш һаләттәрҙе күрергә һәм уларға ярҙам итергә тырыштым. Хыялым да бар, музейҙың үҙ бинаһы барлыҡҡа килһә, унда Башҡортостан әҙәбиәтенә бағышланған экспозиция булдырыу.
Гөлдәр Моратованың башланғысы менән республикала “Туғанлыҡ”, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә арналған фестивалдар үткәрелде, Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан көндәре кеүек саралар барлыҡҡа килде.
Юбилей кисәһе “Юлдарыңда гөлдәр үҫкән..” тип аталды. Кисәлә юбилярҙы республикабыҙҙың билдәле сәнғәт әһелдәре ҡотланы, шулай уҡ ҡасандыр Гөлдәр Моратова ярҙамы менән оло сәхнәгә аяҡ баҫҡан ижадташтары ла сығыш яһаны.
Гөлдәр Моратова үҙенең бер әңгәмәһендә, ҡатын- ҡыҙ кем генә булып эшләһә лә, уны өйҙә йорт эштәре, ире, балалары көтә. Әммә нисек кенә булмаһын, гүзәл зат һәр ваҡыт мөләйем, зауыҡлы, матур булып ҡалырға тейеш тигәйне.
Юбиляр бөгөн дә ошо һүҙҙәргә тоғро. Ул әле төҫ ташламаған, һәр ваҡыт мөләйем, гүзәл ҡатын булып ҡала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: