+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 17:35

Владимир Путин балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте

Балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә.

Балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә.
Ул балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Президент йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20% кире ҡайтарған программаны оҙайтыу тәҡдимен дә индерҙе. Студенттар туризмы айырым иғтибарға лайыҡ.
«Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Ундайҙарға каникулдар осоронда, йәғни юғары миҙгелдә лә кире ҡайтарырға мөмкин», — тине дәүләт башлығы.
Читайте нас: