Өфөлә тротуарҙарға, газондарға, балалар майҙансыҡтарына транспорт сараларын ҡуйыуҙы киҫәтеү буйынса рейдтар бара.
Йыл башынан ошондай тәртип боҙоуҙар өсөн баш ҡала Ленин районының Йәмәғәт хәүефһеҙле үҙәге тиҫтәнән ашыу протокол төҙөгән. Әйтәйек, газонға машина ҡуйған өсөн айырым кешеләргә 1 – 2 мең һум штраф ҡаралһа, вазифа биләгәндәр һәм юридик шәхестәр өсөн был сумма 5 – 10 мең һумға етә.
Сираттағы рейд ваҡытында Гоголь һәм Аксаков урамдарында тротуарға ҡуйылған машиналар асыҡланған һәм траспорт саралары штрафҡа тарттырыу урындарына эвакуацияланған.