+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 09:25

Матбуғат һөйөүселәрҙе ҙур бүләктәр көтә

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙған мәле. Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, һеҙ яратҡан гәзит-журналдарҙы өйгә алдырып кинәнеп уҡыуҙан тыш, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙған мәле. Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, һеҙ яратҡан гәзит-журналдарҙы өйгә алдырып кинәнеп уҡыуҙан тыш, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ота алаһығыҙ.
Район һәм республика баҫмаларына яҙылғандар өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед һәм телевизор әҙерләгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: атап үтелгән бүләктәрҙән тыш, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының иң даланлы уҡыусыһын тай көтә! Редакциянан башҡа дәртләндереү саралары ла буласаҡ.
Бүләк отошонда нисек ҡатнашырға һуң? Бының өсөн яратҡан баҫмаларға яҙылыу шарт.
Яҙылыуҙы һеҙ:
- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- журнал редакцияһында;
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә эшләй алаһығыҙ.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы – 617 һум 70 тин.
“Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға яҙылыуығыҙҙы дәлилләгән квитанцияларҙың күсермәһен 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “ Башҡортостан Республикаһы ” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Квитанцияларҙың күсермәһен шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналына адресларға ла онотмағыҙ.
Читайте нас: