+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 16:25

Мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләр

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Манеж үҙәк күргәҙмәләр залында үткән сараға сенаторҙар, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, төбәктәр башлыҡтары, башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Ил етәксеһенең сығышы 78 минутҡа һуҙылды.
Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин социаль, ил үҫеше мәсьәләләрен, халыҡ-ара проблемаларҙы күтәрҙе. Ковид сире пандемияһына ҡағылып, ул инфекцияға ҡаршы көсөргәнешле көрәштең ыңғай һөҙөмтәләре – беҙҙең берҙәмлек, медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәрлеге емеше, тип белдерҙе.
Пандемия осоронда килеп тыуған иҡтисади хәлгә бәйле күп ғаиләләрҙең килеме ҡыҫҡарҙы һәм улар дәүләт ярҙамына мохтаж. Ғаиләлә уҡыусы балалары булған ата-әсәләргә, балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәй йә атайҙарға, ауырлы ҡатындарға айырым түләүҙәр тураһында белдерҙе Президент.
Төбәктәр үҫешенә айырым иғтибар буласаҡ. Ил етәксеһе Хөкүмәткә ҙур инфраструктур проектарҙы ғәмәлләштереү тураһында күрһәтмә бирҙе.
Атап әйткәндә, һүҙ Ямал-Ненец автономном округында "Северный широтный ход” тимер юл магистрале, тиҙ йөрөшлө Мәскәү – Ҡаҙан автомагистрален Екатеринбургҡа тиклем еткереү һәм өс йылда уны төҙөп бөтөү тураһында барҙы.
Халыҡ-ара хәлдәргә ҡағылып, дәүләт башлығы, Рәсәй барлыҡ илдәр менән дә тигеҙ хеҙмәттәшлек яҡлы, әгәр инде беҙгә ҡаршы дошмандарса аҙым яһала икән, яуап тиҙ һәм кисектергеһеҙ буласаҡ, тип белдерҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: