+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 16:25

Мәктәп йәшендәге һәр бала өсөн 10 мең һум биреләсәк

Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә бала үҫтереүсе ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ифрат ҙур иғтибар бүленде.

Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә бала үҫтереүсе ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ифрат ҙур иғтибар бүленде.
Мәҫәлән, Владимир Путин август айында мәктәп йәшендәге һәр балаға 10-ар мең һум түләнәсәген әйтеп китте. Был ярҙам быйыл мәктәпкә барасаҡ беренсе класс уҡыусыларына ла биреләсәк.
Президент тулы булмаған ғаиләлә үҫеүсе балаларға айырым ярҙам төрө күрһәтеләсәген билдәләне. ”Тулы булмаған ғаиләлә үҫеүсе 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн 1 июлдән айлыҡ түләү тәғәйенләнәсәк – ил буйынса ул уртаса 5 600 һум буласаҡ”, – тине Владимир Путин.
Ил Президенты шулай уҡ тормош хәле ауыр йөклө ҡатындарға ярҙам күрһәтеү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул йөклөлөктөң иртә сроктарында иҫәпкә баҫҡан һәм ауыр матди хәлдәге ҡатындарға ил буйынса уртаса 6 350 һум күләмендә айлыҡ түләү билдәләргә тәҡдим итте. “Буласаҡ әсәнең дәүләт ярҙамын тойоуы, баланы һаҡлауы мөһим”, – тине ул.
Президент шулай уҡ быйылдан башлап ете йәшкә тиклемге бала менән больничныйҙа булған осор өсөн эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнәсәген билдәләне.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: