+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 08:45

“Үлемһеҙ полк” акцияһына яҙыл

Быйыл да “Үлемһеҙ полк” акцияһы онлайн форматта үтә. Әле унда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар йыйыу башланды.

Быйыл да “Үлемһеҙ полк” акцияһы онлайн форматта үтә. Әле унда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар йыйыу башланды.
Сара 9 майҙа Рәсәйҙә һәм тағы ла донъяның 100 илендә урындағы ваҡыт менән 15:00 сәғәттә үтә. Киң масштаблы был ваҡиға урындағы телеканалдар, ҡала майҙандарындағы экрандар һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Ғаризаны 2021.polkrf.ru сайты аша бирергә мөмкин. Ыңғай яуап алған ҡатнашыусыларға 7 майға тиклем ҡаһарман туғандарын һәм яҡындарын күрһәтеүҙең аныҡ ваҡыты тураһында хәбәр киләсәк. Парад тамамланғандан һуң барлыҡ ҡатнашыусыларға фотоһүрәттәре күрһәтелгән трансляция өлөшө тапшырыла.
Былтыр коронавирус пандемияһы сәбәпле “Үлемһеҙ полк” акцияһы polkrf.ru сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә тәүге тапҡыр онлайн форматта үткәйне. Өс миллионға яҡын ҡатнашыусыны берләштергән виртуаль парад 20 көн дауам итте, уны Ер йөҙөндә 25 миллион тамашасы ҡараны.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: