Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә Рубик кубтарынан Юрий Гагарин портретын эшләгәндәр. Йәш спидкуберҙар легендар космонавтың рәсемен булдырыу өсөн 300 куб йыйған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Оҫталыҡ дәресе Фән һәм технологиялар йылының апрель тематик айы һәм “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
“Һәр кем үҙен рәссам итеп хис итә алды. Шедевр тыуҙырыу өсөн күптәр тырышлыҡ һалды. Рубик кубтарынан картина йыйыу бик мауыҡтырғыс, шуға ла күп балалар артабан да был шөғөлдө дауам итергә теләк белдерҙе. Уларҙы спидкубинг мәктәбендә көтөп ҡалабыҙ”, – ти уҡытыусылары.
Фото – Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге.