+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 11:26

Өфөлә яңы клиника асылды

Өфө ҡалаһының мәҙәни мираҫ булараҡ һаҡланыусы боронғо биналарының береһендә күп функциялы заманса медицина комплексы – GIM-cliniс медицина үҙәге асылды. Уны асыуҙа республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Өфө ҡалаһының мәҙәни мираҫ булараҡ һаҡланыусы боронғо биналарының береһендә күп функциялы заманса медицина комплексы – GIM-cliniс медицина үҙәге асылды. Элек был бинала “Уфимкабель” заводы корпустарының береһе урынлашҡан булған. Медицина үҙәген асыуҙа республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
“Үҙәкте төҙөү проекты 2018 йылдың декабрендә “Инвестиция сәғәте” ултырыштарының береһендә ҡаралғайны. Был идея ошо заманса клиникала сағылыш тапты. Инвестор проектҡа 1 миллиард һумға яҡын аҡса һалды. Һәм был сик түгел. Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн үҙ госпитале, диагностикалау үҙәге менән ысын медицина ҡаласағы буласаҡ. Шулай итеп, һаулыҡ һаҡлау системаһына юғары технологиялы медицина хеҙмәттәре күрһәтеүсе тағы бер ойошма өҫтәлә. Үҙәктә табиптарҙың көслө командаһы эшләйәсәгенә ышанам”, – тине Радий Хәбиров.
Комплекста 15 урынлыҡ стационар менән операция блогы, күп функциялы балалар бүлексәһе бар. Шулай уҡ нур диагностикаһы комплексы, эксперт класлы эндоскопия һәм ультратауыш тикшереүе ҡорамалдары менән лаборатор-диагностикалау үҙәге асыласаҡ. Бынан тыш, балалар өсөн госпиталь комплексын асырға һәм лаборатор-диагностикалау хеҙмәттәрен киңәйтергә йыйыналар. Инвестор, "Уфимкабель" йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Ғималетдинов әйтеүенсә, клиника Европа дауаханаларынан ҡалышмаясаҡ.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: