+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 14:50

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларына яңы директорҙар тәғәйенләнде

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларына яңы директорҙар тәғәйенләнде.

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларына яңы директорҙар тәғәйенләнде.
20 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләт учреждениеларының етәксе вазифаларын биләү конкурсы уҙҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Альбина Ярмуллина Башҡортостан Милли музейының генераль директоры итеп раҫланды. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быға тиклем ул музейҙың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы ине.
Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина элек Сибайҙың Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булды. Тарих фәндәре кандидаты. 2004 йылдан — СиБДУ-ның юридик факультетында тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, 2010-2014 йылдарҙа — тарих кафедраһы мөдире, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты. 2015 йылдың ноябренән Сибай музейында эшләне.
Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры вазифаһына Замир Йәнтүрин тәғәйенләнде. Бынан алда Замир Таһир улы Йәнтүрин халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге етәксеһе һәм баян класы буйынса уҡытыусы, дирижёр булды, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына етәкселек итте. Конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты.
Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры вазифаһына конкурс булманы.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: