+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 10:21

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант

24 апрель башҡорт теле буйынса халыҡ-ара онлайн диктант үтә. Уны Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы аша тура эфир ваҡытында, офлайн майҙансыҡтарҙа һәм рәсми сайтҡа теркәлеп тә ҡатнашырға мөмкин.

24 апрель башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант үтә. Уны Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы аша тура эфир ваҡытында, офлайн майҙансыҡтарҙа һәм рәсми сайтҡа теркәлеп тә ҡатнашырға мөмкин.
Диктантты яҙырға теләүселәр өсөн офлайн майҙансыҡтар ҙа ойоштороласаҡ.
Өфөнөң күп тармаҡлы колледжында төньяҡ- көнбайыш диалектында диктант яҙасаҡтар. Шулай уҡ башҡорт телендә иркен һөйләшкән һәм туған телде яңы өйрәнә башлағандар өсөн дә яҙма эш талаптары айырыла.
Майҙансыҡтар БДПУ, БДУ, Милли китапхана биналарында, Республика Башлығы хакимиәте, башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау фонды һәм башҡа урындарҙа ойошторола.
Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантты бөтә мәғлүмәт саралары күҙәтәсәк һәм яҙма барышы, быйылғы сараның үҙенсәлектәре, яңылыҡтар хаҡында даими таныштырып барасаҡ. Улар менән социаль селтәрҙә, баҫмаларҙа, радио- телевидение программаларында танышырға мөмкин буласаҡ.
Туған тел буйынса диктант 24 апрель 11 сәғәттә башлана. Уны рәсми сайтҡа теркәлеп яҙырға ла була: bashdiкtant.ru
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант/#башдиктант2021
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: