+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 13:01

Ғәйеп кемдә?

4 йәшлек малайҙы берәҙәк эттәр талап үлтергәндән һуң, Учалы районы Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы ҡулға алынған. Ул кеше үлеменә килтергән эшкә һалҡын ҡараш күрһәтеүҙә ғәйепләнә.

4 йәшлек малайҙы берәҙәк эттәр талап үлтергәндән һуң, Учалы районы Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы ҡулға алынған. Ул кеше үлеменә килтергән эшкә һалҡын ҡараш күрһәтеүҙә ғәйепләнә.
Тәфтишселәр билдәләүенсә, ауылда берәҙәк эттәрҙең күбәйеп китеүе хаҡында Сәфәр халҡы биләмә башлығына бер- нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән. 56 йәшлек башлыҡ уны иғтибарға алмаған, эттәрҙе тотоу буйынса махсуслаштырылған ойошмаларға ла, Учалы районы хакимиәтенә лә хәбәр еткермәгән.
Битарафлыҡтың аҙағы бик хәйерһеҙ тамамлана. Көндөҙ уйнарға сыҡҡан 4 йәшлек Илнар исемле малайҙы эттәр талап үлтерә. Бала күрәһең үҙенең тоғро дуҫы булған этен берәҙәктәрҙән араларға тырышҡан. Алған йәрәхәттәрҙән ул урында йән биргән. Бәлки Илнар ярҙам һорап ҡысҡырғандыр,әммә уның тауышын бер кем дә ишетмәгән.
Башҡортостандың тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан, прокуратура органдары тикшереү башланы. Ә республика парламенты берәҙәк эттәр проблемаһын хәл итеүҙе тәү бурыстар иҫәбенә индерҙе.
Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы ҡулға алынған, унан, биләмә кешеләренән һорау алыуҙар бара. Ауыл хакимиәтенән тикшереүгә документациялар тартып алынған.
Был фажиғәне Рәсәй тәфтиш комитетының үҙәк аппараты контролдә тота.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: