15 - 19 апрелдә төбәктә 9 урман янғыны теркәлгән, 15,9 гектар майҙанда тәбиғәт зыян күргән. Урман хужалығы миинстрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Учалы районында 14 кеше һәм алты берәмек техника 3 гектар майҙандағы янғынды һүндергән. Әбйәлил районында 0,5 гектар участкала 11 кеше һәм ике махсус машина эшләгән. Был ике янғындың да сәбәбе – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләнде рөхсәтһеҙ үртәү, тип белдерәләр ведомствола.
Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Баҡалы, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Туймазы, Өфө һәм Учалы райондары - урманда ут сығыу ихтималлығы юғары булған муниципалитеттар.