24 апрелдә республикала үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 670 биләмәлә 119 мең төп ағас ултыртыу планлаштырыла.
Был хаҡта кисә Хөкүмәт кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.
Өмәләр күп ҡатлы йорттар ихаталарында ла ойошторола һәм унда һәр кем ҡатнаша ала.
“Яҙғы акцияның үҙенсәлеге шунда: беҙ һуғыш башланыуға 80 йыл тулыуға арнап ағастар ултыртасаҡбыҙ”, - тине министр вазифаһын башҡарыусы.
Һәр районда сараға үҙенсәлекле төҫ бирмәкселәр. Асҡын районында, әйтәйек, 80 сирендән торған аллея ултыртыласаҡ, ә Кушнаренко районында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы райондың 90 йыллығына арнап үткәрелә.
Ойоштороусылар барлыҡ республика халҡын акцияла ҡатнашырға саҡыра.