-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 15:59

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Башҡортостанға сит илдәрҙән килеүсе граждандар, ниндәй транспорт менән килһәләр ҙә, ПЦР алымы менән COVID-19-ға лаборатор анализ һөҙөмтәләре әҙер булғансы мотлаҡ үҙизоляция режимын күҙәтергә тейеш. Республикаға сит илдән Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре аша транзит менән килеүсе граждандарҙың да был талапты үтәүе зарур.
Шул уҡ ваҡытта әлеге талап самолеттар экипажына, йылға суднолары, халыҡ-ара тимер юл бәйләнеше поездары һәм локомотивтары бригадалары ағзаларына, халыҡ-ара бәйләнеш автомобилдәре водителдәренә ҡағылмай.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: