+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 09:30

Осраҡлы танышы үлтергән

Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәхси гараждар араһында йәш ҡатындың үле кәүҙәһе табылған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәхси гараждар араһында йәш ҡатындың үле кәүҙәһе табылған.
Тикшереү барышында енәйәтсе ҡулға алынған. 34 йәшлек ошо ҡалала йәшәүсе ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныуын белдергән.
Тәфтишселәр фекеренсә, ир ҡорбаны менән осраҡлы таныша һәм улар гараждар араһында машинала эскелек ойоштора. Ҡайһылыр мәл үҙ-ара ыҙғыш ҡуба. Ир ҡатындың битенә бер нисә тапҡыр һуға һәм машинанан сығарып ташлай. Эскән ҡатын һыуыҡ ерҙә ятып йән бирә. Кәүҙәһен гараж хужалары таба.
Читайте нас: