Дәүләтбикә әбей, тыштан ингән ире Мортаҙаға:
- Мортаҙа, таң атҡанмы?- тип һорай икән
- Әллә, атҡанын ишетмәнем,- ти икән тегеһе
-Мортаҙа бөгөн ай тотолған икән, - ти.
- Һуң, тотолһа, урламаһын,- тигән бабайы.
Мортаҙа ҡарт атына ултырып, һәлмәк кенә бесәнгә китеп бара. Бара биргәс, уны иҫке генә матайында дырылдатып ауылдың Абдулла тигән кешеһе үтеп китә. Үтеп китә лә, бының матайы боҙола. Юлда торған Абдулланы, Мортаҙа ҡарт ҡыуып етеп, аты менән ары китә.
Әҙерәк бара биргәс, матайын йүнәтеп алған Абдулла тағы алға елдерә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Инде Абдулла бесәнселәрҙе йәнә лә берҙе үтеп киткәс, Мортаҙа ҡарт ғәжәпләнгән кеше булып:
-Ай- һай, бөгөн урман тулы Абдулла икән,- тигән булған.
Кешеләрҙең бесәндән ҡайтҡанын күҙәтеп торған Мортаҙа ҡарт:
- Хәҙер кеше үҫкән дә киткән, бесәндән аша ҡарап тора, - ти икән.
Был иһә ҡарттың элек кеше, ең һыҙғанып эшләп, бесәнде кәбәне менән ташыһа, хәҙер яҙа-йоҙа тейәп ҡайтыуына ишаралаған һүҙе икән.
Фото kurultаy- ufa.ru сайтынан алынды.