0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 19:43

Китмәҫтәй булды ла һуң был сир

20 апрелгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 34 397 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 99 ауырыу өҫтәлгән.

20 апрелгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 34 397 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 99 ауырыу өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 183 яҡташыбыҙ яһил сиргә ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 33-ө ауыр хәлдә, алтауһы яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 532.
Үткән 24 сәғәттә 251 кеше, инфекцияны еңеп, дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыуға өлгәшеүселәр йәмғеһе – 31 260.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡҡы тәүлектә ковид йоҡторған йәнә бер ауырыу вафат булған. Шәфҡәтһеҙ вирустан өҙөлгән ғүмерҙәр 422-гә етте.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, кисәле-бөгөнлө ул 129 сырхауҙа асыҡланған, 137 кеше, унан сәләмәтләнеп, стационарҙан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: