+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 10:45

Дим йылғаһы күтәрелә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, Дим йылғаһында ташҡын кимәленең ҡапыл артыуы күҙәтелә.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, Дим йылғаһында ташҡын кимәленең ҡапыл артыуы күҙәтелә.
Килеп тыуған хәлгә бәйле, Әлшәй, Шишмә һәм Дәүләкән райондары халҡына уяу булырға кәрәк.
«Тәүлек эсендә Дим 18 сантиметрға күтәрелгән, беҙ алдағы ике көндә һыу кимәленең артыуын көтәбеҙ. Дәүләкән районында дүрт йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан», - тип хәбәр итә дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов.
Гидропостар графигына ярашлы, былтырғы ташҡындың иң юғары нөктәһе күпкә һуңыраҡ – 4 майҙа теркәлгән. Быйыл ташҡын апрель аҙағында үҙенең юғары нөктәһенә етергә тейеш.
Читайте нас: