+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 09:05

Берәҙәк эттәрҙе ни эшләтергә?

Учалы районында булған ҡот осҡос фажиғәнән һуң йәмәғәтселек берәҙәк эттәр мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуя.

Учалы районында булған ҡот осҡос фажиғәнән һуң йәмәғәтселек берәҙәк эттәр мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуя.
Атап үтелгән райондың Сәфәр ауылында йыртҡысҡа әүерелгән эттәрҙән 4 йәшлек бала таланып үлде.
Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың күрһәтмәһе буйынса республика парламентында пландан тыш сара – “түңәрәк өҫтәл” үтә. Депутаттар хужаһыҙ эттәрҙең һанын көйләү тураһында фекер алышасаҡ.
21 апрелдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ла был мәсьәләне тикшерергә ниәтләй. Йәмәғәтселәр берәҙәк йорт хайуандары һанын көйләүсе төбәк ҡануниәтенең ҡулланышын тикшермәксе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: