+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 16:56

Башҡортостанда берләштерелгән юғары уҡыу йорто буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала юғары уҡыу йорттарын берләштереү хаҡындағы тәҡдимен Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы хуплаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала юғары уҡыу йорттарын берләштереү хаҡындағы тәҡдимен Башҡорт дәүләт университетының ғилми советы хуплаған.
Республика етәксеһе советтың ултырышында ҡатнашты һәм вуздарҙы берләштереүҙең ыңғай яҡтарына туҡталды.
Фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә күпселек тауыш юғары уҡыу йорттарын берләштереү өсөн бирелде. Ғалимдар берҙәм, ҙур университет төҙөү яғында. Был иһә мәғариф учреждениеһына Рәсәй кимәлендәге лайыҡлы урындарға дәғүә итергә мөмкинлек бирә.
Радий Фәрит улының әйтеүенсә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путин менән дә фекер алышҡан. Уны өйрәнгән Президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко дәүләт башлығы исеменә хат ебәргән. Унда республика етәкселегенең берҙәм ҙур университет төҙөү хаҡындағы тәҡдимен хуплау өсөн етди дәлилдәр килтерелгән.
Вуздарҙы ҡушыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәренә килгәндә, уларҙың “Өҫтөнлөк” стратегик академия лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Унда ингән 100 университет йыл һайын 100 миллион һумлыҡ, 40 вуз бер миллиардҡа тиклем грантҡа эйә була.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: