+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2021, 09:00

Торлаҡ алыу ни хаҡ?

Торлаҡ төҙөлөшө ныҡ алға киткән заманда йәшәйбеҙ. Тик фатирлы булыу йыш ҡына күп йыллыҡ ипотека ҡоллоғона эләгеүгә тиң.

Торлаҡ төҙөлөшө ныҡ алға киткән заманда йәшәйбеҙ. Тик фатирлы булыу йыш ҡына күп йыллыҡ ипотека ҡоллоғона эләгеүгә тиң.
Дәүләт халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырышһа, баҙарҙың – үҙ ҡанундары. Былтыр Хөкүмәт ипотека процентын төшөрөү буйынса саралар күрҙе һәм оҙаҡ та көттөрмәй, хаҡтар арта ла башланы. Был хәлгә Президент Владимир Путин иғтибар итте һәм тейешле органдарға торлаҡ төҙөлөшө баҙарына иғтибар йүнәлтергә ҡушты.
Әле вице-премьер Марат Хәснуллиндың күрһәтмәһе буйынса торлаҡҡа хаҡтарҙы анализлау буйынса штаб төҙөлә, тип белдерелә Рәсәй Хөкүмәте сайтында. Вице-премьер, килеп тыуған хәлдең сәбәптәре күп яҡлы, тип билдәләй. Төҙөлөш материралдарының ҡыйбатланыуы, эшсе көстәр менән килеп тыуған проблема (мигранттарҙың кәмеүе), COVID-19 һәм башҡалар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: